-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Сентябрь , 22:40

Киҙеүгә ҡаршы торайыҡ

Республика грипҡа ҡаршы 1,2 миллион доза вакцина алды

Киҙеүгә ҡаршы торайыҡ
Киҙеүгә ҡаршы торайыҡ

Башҡортостан грипҡа ҡаршы 1,18 миллион доза вакцина алды, тип хәбәр итте «Башинформ»да уҙған брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина.

Улар федераль һәм республика бюджеты аҡсаһына һатып алынған һәм хәүеф төркөмөндәге кешеләргә бушлай прививка яһау өсөн тәғәйенләнгән. Ҙур предприятиелар ҙа үҙ иҫәбенә вакцинация үткәрә, тип билдәләне министр урынбаҫары.

Быйыл Башҡортостанда 2,4 миллион кешегә (халыҡтың 60%) прививка эшләнә, был дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн кәрәк.

Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмәғәт транспорты өлкәләрендә, шулай уҡ ҡошсолоҡ фабрикаларында эшләгәндәр грипҡа ҡаршы вакцинаны бушлай алырға хоҡуҡлы. Уҡыусыларға, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына, 60 йәштән ололарға, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға прививка бушлай яһала.

Эпидемиологтар һүҙҙәренсә, ҙур коллективтарҙа, өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирлеләргә прививка эшләтеү мотлаҡ

Был сара "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты нигеҙендә эшләнә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: