Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр нигеҙендә «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса аҡса алырға хоҡуҡлы медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңы исемлеген раҫланы.
Яңыртылған исемлектә аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар.
Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алырға тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл табибы» программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әйткәндәй, улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы.
Асҡар район үҙәк дауаханаһының ошо көндәрҙә йәш белгестәр менән тулыланыуы ҡыуаныслы.
Сафина Нәзилә Илфат ҡыҙы - табип-онколог. 2022 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын дауалау эше һөнәре буйынса тамамлаған, һуңынан онкология һөнәре буйынса маҡсатлы ординатураға уҡырға ингән. 2024 йылда ординатураны тамамлағас, районға табип-онколог булып эшкә ҡайтҡан.
Алдырханова Регина Дим ҡыҙы - участка табип-терапевты. 2021 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын, һуңынан терапия һөнәре буйынса ординатураны тамамлаған. Өфөлә 50-се поликлиникала участка табип-терапевты булып эшләгән.
Йәнбирҙина Рәмилә Рәсүл ҡыҙы - табип-инфекционист. 2022 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын дауалау эше һөнәре буйынса тамамлаған. Һуңынан инфекцион ауырыуҙар буйынса маҡсатлы ординатураға уҡырға инә. 2024 йылда ординатураны тамамлағас, районға табип-инфекционист булып эшкә ҡайтҡан.