-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Сентябрь , 14:05

Балалар һау-сәләмәт булһын өсөн

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Балалар һау-сәләмәт булһын өсөн
Балалар һау-сәләмәт булһын өсөн

Халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.   

Нәҡ ошо милли проект сиктәрендә йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре тотороҡло үҫешкән мәлдә стационарҙа дауалауҙы  һәм амбулатор ярҙамды ярашлы алып барған, квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән  учреждениелар барлыҡҡа килә. Башҡортостанда тағы өс медицина ойошмаһы балалар кардиология буйынса лицензия алды.

 Бындай медицина учреждениелары заманса ҡорамалдар, видеоэндоскопия техникаһы менән ҡоралландырыла. Улар төрлө юғары технологиялы операциялар, процедуралар үткәрергә мөмкинлек биреүсе, диагностиканы камилләштереүсе, ауырыуҙарға махсус ярҙам күрһәтергә һәләтле технологияларға эйә

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: