-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Сентябрь , 18:15

Пациенттарҙың хәүефһеҙлеге аҙнаһы дауам итә

Даими медицина тикшереүҙәре төрлө сирҙәр булыу ихтималлығы тураһында хәүефләнеүҙәрҙе кәметә, оҙайлы пландар ҡороп йәшәргә мөмкинлек тыуҙыра.

Пациенттарҙың хәүефһеҙлеге аҙнаһы дауам итә
Пациенттарҙың хәүефһеҙлеге аҙнаһы дауам итә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 16-22 сентябрь көндәрен Пациенттарҙың хәүефһеҙлеге  һәм сәләмәтлек үҙәктәрен популярлаштырыу аҙнаһы тип иғлан итте. Сәләмәтлек үҙәктәренең төп функциялары рәтенә түбәндәгеләр инә: кеше сәләмәтлеге өсөн зарарлы һәм хәүефле факторҙар тураһында мәғлүмәт биреү, сәләмәтлек торошон күҙаллау һәм баһалау,  граждандарҙа сәләмәтлеккә яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү, яуаплы ата-әсәлек прициптарын формалаштырыу, кешеләрҙе гигиена күнекмәләренә өйрәтеү, зарарлы ғәҙәттәрҙән арындырырға ярҙам итеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү ысулдарына өйрәтеү һәм башҡалар.

Медицина тикшереүҙәрен үтеү – сәләмәтлекте һаҡлауҙың төп өлөшө. Даими тикшеренеүҙәр сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Был осраҡта сир билдәләре күҙәтелмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, яман шеш, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә асыҡлағанда еңел дауаларға мөмкин, ти табиптар.  

Күп кенә хроник сирҙәрҙе ваҡытында дауаламағанда уларҙың етди өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал. Тикшереүҙәр организм торошон күҙәтергә, иҫкәртеү сараларын  тәьҫирле ҡулланырға, шәкәр, холестерин кимәлен асыҡларға, ҡан баҫымын белергә ярҙам итә.  Һөҙөмтәләр нигеҙендә йәшәү рәүешен, туҡланыуҙы үҙгәртергә, физик әүҙемлекте арттырырға мөмкин. Даими медицина тикшереүҙәре төрлө сирҙәр булыу  ихтималлығы тураһында хәүефләнеүҙәрҙе кәметә, оҙайлы пландар ҡороп йәшәргә мөмкинлек тыуҙыра.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-17/patsienttar-y-h-ef-e-lege-a-na-y-dauam-it-3932866

Автор:
Читайте нас: