Рәсәйҙә Бөтә донъя йөрәк көнө айҡанлы “Йөрәккә яуаплы мөнәсәбәт аҙнаһы”үткәрелә.
Ябай ғына кәңәштәр ярҙамында күп кенә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртергә йәки уларҙың хәүефен кәметергә мөмкин. Дөрөҫ туҡланыу, туйындырылған майҙарҙы, шәкәрҙе һәм тоҙҙо аҙ ҡулланыуйөрәк сирҙәре хәүефен һиҙелерлек кәметә. Рационға йәшелсә, еләк-емеш, сәтләүек һәм балыҡ аҙыҡтарын индерергә кәрәк, тип кәңәш бирә табиптар.
Әүҙем йәшәү рәүеше, даими физик көсөргәнеш йөрәкте һәм тамырҙарҙы нығытырға ярҙам итә. Иртәнге зарядка, саф һауала йөрөү, бассейнда йөҙөү һәм башҡа шөғөлдәр һаулыҡ өсөн файҙалы.
Тәмәке тартыуҙың йөрәк сирҙәре хәүефен арттырыуы билдәле. Вэйп һәм кальяндар ҙа организм өсөн зарарлы.
Стрестар йөрәккә насар тәьҫир итә. Тыныслыҡты, хис-тойғолар тигеҙлеген һаҡлау мөһим. Арып-талмау өсөн көн режимын һаҡлағыҙ, ваҡытында ял итегеҙ, йоҡоғоҙ тулы һәм тәрән булһын.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-23/y-r-ge-de-ty-la-bash-men-n-esh-it-3941124