7 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк һаулыҡ һаҡлауҙы медицина кадрҙары менән тәьмин итеү тикшерелде.
– Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү өсөн республикала бер нисә программа эшләй. “Ауыл табибы – ауыл фельдшеры” федераль программаһы сиктәрендә 2019 йылдан 812 белгес аҡса алды, – тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин.
Федераль программаның шарттары буйынса, ауыл ерендә эшләү өсөн һайлаған табиптарға – 1-1,5 миллион һум, фельдшер-акушерҙарға һәм шәфҡәт туташтарына 500-ҙән 750 мең һумға тиклем аҡса түләнә.
2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” программаһы башланды, уның сиктәрендә 50 табипҡа 50 миллион һум күләмендә аҡса тапшырылды.
Аҡсалата компенсацияларҙан тыш, төбәктә белгестәргә торлаҡ майҙандары биреү кеүек медицина хеҙмәткәрҙәрен райондарға йәлеп итеү сараһы ла ғәмәлдә. 2024 йылда 100 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре торлаҡ менән тәьмин ителгән, ә 99 табип өсөн медицина ойошмалары ҡуртым түләгән. 1 650 табип һәм 6 867 урта звено медицина хеҙмәткәре коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү формаһында социаль ярҙам алды.
Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре менән белгеслек һәм ординатура программалары буйынса маҡсатлы уҡытыу өсөн килешеүҙәр төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. 2024 йылда бындай килешеүҙәргә 805 кеше ҡул ҡуйған. Быйыл мәктәпте тамамлаусылар 581 кеше тәшкил иткән, уларҙың 317-һе ординатура тамамлаған. 2021 йылдан колледждарҙа бюджет урындарының 400 кешегә артыуына бәйле республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы йыл һайын яңы белгестәр менән тулылана.
Бынан тыш, Башҡортостанда медицина колледждарының филиалдары Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүт ауылында асылды, унда өҫтәмә рәүештә 150 студент уҡый. 2025 йылда Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалын асыу күҙаллана.
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тулыландырыу эше мәктәп эскәмйәһенән башлана. Уҡыусыларҙың медицина һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һөнәри йүнәлеш программалары, шул иҫәптән “Мин медицинаға барыр инем” проекты ойошторҙо. Республиканың 25 мәктәбендә “медицина кластары” асылды, ә иң бәләкәйҙәр өсөн “Бәхетле табип” программаһы әҙерләнде, уны балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлектә тормошҡа ашыралар.
2024 йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 10 мең кешегә 39,14 кеше табиптар менән тәьмин ителгән (планда ҡаралған күрһәткес - 39,8). Һуңғы биш йылда был күрһәткестең тотороҡло үҫеше күҙәтелә.
Доклад йомғаҡтары буйынса республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә алдағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” өсөн уларҙың райондарында һәм ҡалаларында медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам сараларын бойомға ашырыу буйынса ниндәй мәсьәләләрҙе өйрәнергә кәрәклеге тураһында материал әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2024-10-07/tabiptar-rayon-a-ayt-yn-s-n-3958938