-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Ноябрь , 11:25

Бөрйәндә - сит ил табиптары

Бөрйән дауаханаһында башҡорт дәүләт медуниверситеты студенттары- Нигериянан уҡырға килгән ике егет ординатура үтә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Бөрйәндә - сит ил табиптары
Бөрйәндә - сит ил табиптары

Сил илдән беҙҙең республикаға һөнәр алырға килгән егеттәр быға тиклем республика клиник психиатрия дауаханаһында, Зубово ауылындағы ковид-госпиталдә һәм туберкулезға ҡаршы диспансерҙа эшләгән. Тәжрибәләре етерлек. Әхмәд Овал – хирургия, Оеделе Абдулазиз неврология бүлегендә стажировка үтә.

Әлбиттә, күп бөрйәндәр сит ил граждандарының үҙҙәренең дауаханаһындаа эшләүенә ғәжәпләнеп ҡалған.

– Ни өсөн тап бында эшкә килеүем менән ҡыҙыҡһыналар. Ғөмүмән, миңә оҡшай, рәхәт мөхит. Халыҡ изге күңелле. Барыһы ла ярҙам итеп тора, кәңәштәрен бирә, – ти Әхмәт Овал.

Сит илдән килеүҙәренә ҡарамаҫтан, ғәжәйеп тәбиғәтле Бөрйәнде үҙ итһәләр, йәшт табиптар районда, бәлки, эштә лә ҡалырҙар әле.

Өҫтәүенә, ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Ауыл табибы” программаһы нигеҙендә матди дәртләндереү сараһы ла ҡаралған.

Бөрйәндә - сит ил табиптары
Бөрйәндә - сит ил табиптары
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: