Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноябрь 2024, 09:41

ЙӘШЕ ЛӘ, ҠАРТЫ ЛА ХӨРМӘТ ИТӘ

Асҡар район үҙәк дауаханаһы терапевты Б. Ғ. Усманов «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ булды.

Табип Әбйәлил халҡы һаулығы һағында ярты быуат тоғро хеҙмәт итә. Хеҙмәт дәүеренең 47 йылын ул үҙәк район дауаханаһында эшләүгә бағышлаған. Булат Ғирфан улы юғары һөнәри оҫталығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн 2011 йылда БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исеменә лайыҡ булған, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған. 
Сығышы буйынса Белорет районы Сермән ауылынан булған табип 1974 йылда меди-цина университетын тамамлап, «Дауалау эше» йүнәлеше буйынса Белоретта ин-тернатура үткәс, Байым участка дауаханаһына мөдир итеп ебәрелә. Ошо килеүенән Әбйәлил уны ғүмерлеккә үҙенеке итә. 1977 йылда ҙур ышаныс менән йәш белгескә райондың баш табибы вазифаһы йөкмәтелә. 13 йыл етәкселек итеү дәүерендә дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға һәм кадрҙар менән тәьмин итеүгә күп көс һала. 
Етәксе вазифаһындағы тынғыһыҙ йылдарында ла Булат Ғирфан улы, терапевт булараҡ, пациенттарҙы ҡабул итеүҙән туҡтамай. Ә 1990 йылдан хәҙерге көнгә тиклем үҙен тулыһынса дауалау эшенә бағышлаған. Юғары квалификациялы табип беркетелгән участкаһында дауалау-профилактика эшенә бөтә көсөн һәм дәртен һала. 
Районда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын, сәләмәтлек һағындағы маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Заманса диагностикалау ысулдарын әүҙем ҡулланып, диспансер сирлеләрҙе ваҡытында иҫәпкә ҡуйыуы, медицина тикшеренеүе үткәреүгә талапсан ҡарашы һәм дауалау курстарын дөрөҫ тәғәйенләүе халыҡ сәләмәтлегендә ыңғай сағылыш таба ла инде. Тәжрибәле, яуаплы, теүәллек яратыусы, бер ҡасан да эшкә һуңламаҫ табипты Әбйәлилдә йәше лә, ҡарты ла хөрмәт итә.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: