Һуңғы йылдарҙа медицина учреждениеһының матди-техник базаһын яңыртыу мөһим урын биләй. Яңы маммограф һәм ике ультратауышлы диагностика аппараты һатып алынды.
Асҡар үҙәк район дауаханаһына 2023 йылда «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты ярҙамында килгән компьютер томографында 600-ҙән ашыу тикшеренеү үткәрелгән. Яңы аппарат бик кәрәк, сөнки диагностиканың был төрөнә ихтыяж йылдан-йыл арта. Компьютер томографияһы патологик үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға, аныҡ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы тиҙерәк башларға мөмкинлек бирә.
Стандарт КТ һәм контрастлы КТ үтеү өсөн участка терапевтынан йәки онкологтан йүнәлтмә алырға кәрәк.