Бөтә яңылыҡтар
10
Һаулыҡ һаҡлау
25 Декабрь 2024, 16:15

Күсмә рентгенография аппараты алынған

Ул диагнозды тиҙ һәм дөрөҫ ҡуйырға ярҙам итәсәк.

Күсмә рентгенография аппараты алынған
Күсмә рентгенография аппараты алынған

Асҡар үҙәк район дауаханаһы яңы йыл алдынан заманса медицина ҡорамалы менән тәьмин ителде.

"Күсмә рентгенография аппараты һатып алдыҡ. Был ҡорамалды дауахана палаталарында һәм рентгенография үткәреү өсөн махсус тәғәйенләнмәгән башҡа урындарҙа ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Яңы һәм заманса аппарат хәүефһеҙ һәм ҡулланыу өсөн уңайлы", - тип белдерҙе үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: