Илшат Иршат улы 1991 йылдың 17 майында Хәлил ауылында, ғаиләлә өсөнсө малай булып донъяға килә.
Урта мәктәпте Әбделмәмбәттә тамамлағас, Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Осраҡлы ғына һайламай ул буласаҡ һөнәрен, мәктәп йылдарында уҡ үҙенә медицина юлынан китергә тигән маҡсат ҡуя. Уҡытыусыһының киләсәктә кем булаһың тигән һорауына, ышаныслы итеп, хирург булам, тип яуап бирә. Тормошта уға күберәк үҙ көсөнә ышанырға тура килә, сөнки ун өс йәшендә генә аталары мәрхүм булып ҡала.
Колледжды тамамлағас, армияға китә. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, Өфөгә медицина университетына уҡырға инә.
Бала сағынан тырыш, үҙ-үҙенә талапсан, аҙ һүҙле Илшат уҡыуҙан тыш бар ваҡытын медицинаға бәйләй. Өҫтәмә рәүештә эшләп, төнгө дежурстволар аша һөнәренең нескәлектәренә төшөнә бара.
Университеттан һуң ординатура тамамлап, Илшат Иршат улы хирургия өлкәһенең иң ауыр бүлегендә эшен дауам итә. Был бүлексәлә ауырыуҙар операцияларҙан һуң төрлө инфекциялы, оҙаҡ уңалмаған яралар менән ята. Уның эш графигы бик тығыҙ. Иртәнге обходты яһағандан һуң, яра-ларҙы таҙалауҙы мотлаҡ үҙе башҡара. Көн дә план буйынса ике-өс операциянан тыш, кисектергеһеҙ операциялар ҙа яһарға тура килә. Сират буйынса поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итеү ҙә эш графигына инә. Коллегалары уны үҙ эшенең оҫтаһы булған өсөн хөрмәт итһә, бүлек етәксеһе Илшат Иршат улына ҙур өмөттәр бағлай. Пациенттарға булған мөнәсәбәте айырыуса рәхмәткә лайыҡ, сөнки ул иғтибарлы булыуҙан тыш, ауырыуҙарҙың бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырмай. Ҡайтыр алдынан да инеп хәлдәрен белешеп сыға. Эшен яратып башҡарған кеше генә ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Үҙ телендә матур итеп һөйләүсе, мөләйем йөҙлө, ябай хирургты ауырыуҙар ысын мәғәнәһендә ярата. Эскерһеҙ, матур кеше.
Ғаиләһендә ҡатыны, шул уҡ дауаханала терапевт булып эшләгән Илүзә Исмәғил ҡыҙы менән Ильяс исемле ул үҫтерәләр.
Әсәләре Миңлегөл Ғәлиулла ҡыҙына өс малайға талапсан булырға, ҡатылыҡ та күрһәтергә тура килә. Һөҙөмтәһе — бөгөн уның өс улы ла һөнәрле, өйлө, ғаиләләре менән балалар үҫтереп йәшәйҙәр. Өләсәй кеше ейәндәрен һөйөп кинәнә, улдарынан ҡәҙер, хөрмәт күреп йәшәй.
Был мәғлүмәттәрҙе үҙ күҙем менән күреп яҙыуымдың сәбәбе — шәхсән үҙемдең, бәхетле осраҡ буйынса, Илшат Иршат улының оҫта ҡулдарына барып эләгеүем. Беренсе һөйләшеүҙән үк күңелдә ышаныс уянды. Бик оҙаҡ дауаланғандан һуң, нәҡ һуңғы нөктәне ул ҡуйып, яңынан аяҡҡа баҫып китеүем менән уға рәхмәтлемен. Илшат Иршат улына киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ҙур уңыштарға өлгәшеүен теләп ҡалам.
Ф. КАЙНИЕВА.
Асҡар ауылы.