Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 18-се ултырышында республикала бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина белдерҙе. Медицина белгестәренең эше һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу һөҙөмтәһендә ошондай һөҙөмтәләргә өлгәшелде, тине ул.
Бөгөн республикала 890 меңгә яҡын бала йәшәй, был халыҡтың дөйөм һанынан 21,9% тәшкил итә.
Балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға республикала әлдән-әле сафҡа инеүсе балалар поликлиника-дауаханалар булышлыҡ итә. Әйткәндәй, быйыл йыл аҙағына Асҡарҙа яңы балалар поликлиникаһы үҙенең кескәй пациенттары өсөн ишектәрен асасаҡ.
Поликлиника сменаһына 150-гә яҡын кеше ҡабул итеп, пациенттар өсөн дә, медицина персоналы өсөн дә уңайлы шарттар булдырыласаҡ.
Был учреждение “Һаулыҡ һаҡлау” проектының "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын яңыртыу" программаһы сиктәрендә төҙөлә. Былар барыһы ла республика халҡын сифатлы медицина хеҙмәттәренә яҡынайтасаҡ.