Һаулыҡ һаҡлау
18 Февраль 2025, 12:20

Профсоюз комитетына яңы рәйес һайланды

Асҡар үҙәк район дауаханаһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы. Тынғыһыҙ төп хеҙмәте менән бер рәттән ун йыл дауамында медицина хеҙмәткәрҙәренең урындағы беренсел профсоюз ойошмаһын етәкләгән табип-оториноларинголог Рәфис Манапов идара дилбегәһен йәш коллегаһы Азат Күсәрбаевҡа тапшырҙы.

Профсоюз комитетына яңы рәйес һайландыПрофсоюз комитетына яңы рәйес һайланды
Профсоюз комитетына яңы рәйес һайланды

Асҡар үҙәк район дауаханаһы дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында бөгөнгө көндә 582 хеҙмәткәр эшләй. Шуларҙың 415-е (71 процент) беренсел профсоюз ойошмаһында ағза булып тора.

– Хеҙмәт коллективының берҙәмлеген тәьмин итеү, конфликттар булдырмау үҙ-ара аңлашып эшләүгә бәйле һәм был туранан-тура профсоюз ойошмаһының эшмәкәрлегенә тоташа. Кеше сәләмәтлеге, ғүмере өсөн хеҙмәт көсөн һалған медицина өлкәһендә эшләүселәрҙең үҙ профсоюзы булыуы бик мөһим. Ойошма коллективты борсоған проблемаларҙы хәл итә, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри хоҡуҡтарын яҡлай, дөйөм корпоратив мәҙәниәтте булдыра. Беҙҙең ҙур коллективта  профсоюз комитеты ойошҡанлы эш алып бара, төрлө саралар уҙғара, мохтаждарға ярҙам күрһәтә, – тине райондың баш табибы И. Р. Килдейәров.

Илгиз Рәсүл улы ошоға ҡәҙәр эшләп килгән профсоюз ойошмаһына рәхмәт белдереп, Р. Р. Манапов етәкселегендә Н. А. Гәрәева, Р. Р. Билалова, Л. Ә. Фәйзуллина, А. С. Сабитова, Г. А. Рәхмәтова, А. Ғ. Күсәрбаев, Х. Х. Ғәйфуллина, Ш. Ә. Йәрмөхәмәтов һәм З. В. Ғәләүетдинованан торған комитет ағзаларын маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте.

2019 йылдың октябрендә һайланған ойошма составының 2024 йылдың аҙағына тиклемге эшмәкәрәлеге буйынса отчет менән профсоюз рәйесе Р. Р. Манапов сығыш яһаны. Отчет осоронда профсоюз комитеты хеҙмәтте һаҡлау, эш хаҡы түләү буйынса производство йыйылыштарында актив ҡатнашҡан, медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең, республиканың ведомство наградалары юллау, республика профсоюз ойошмаһының, район хакимиәтенең, үҙәк дауахананың почет грамоталарына, ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡлы кандидатуралар күрһәтеү буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр атҡарған.

– Йыл һайын уҙғарылған хеҙмәт шарттарын баһалау эшендә профсоюз фекере тос әһәмиәткә эйә. Ойошма булышлығы менән хеҙмәткәрҙәрҙең өҫтәлмә отпуск көндәре һаҡлап ҡалынды, һаулыҡ өсөн зарарлы шарттарҙа эшләүселәргә компенсациялар түләнә, кеҫәл, махсус эш кейеме бирелә. Хеҙмәткәрҙәрҙең медицина тикшеренеүе үтеүе һөҙөмтәһе буйынса йыл һайын 1-2 кешегә учреждение саралары иҫәбенә санатор-курорт дауаланыуға юллама бүленә. Отчет осоронда 8 хеҙмәткәргә пенсия һәм ташламалар юллау буйынса хоҡуҡи ярҙам күрәтелде,  – тине Рәфис Раил улы.

Ауыр тормош хәлендә ҡалыусы хеҙмәткәрҙәргә – йорт-ҡураһы янғындан зыян күргәндәргә, яҡындары мәрхүм булғандарға (медицина хеҙмәткәре вафат булған осраҡта иһә ғаиләһенә), онкологик сир асыҡланыусыларға, ҡатмарлы операцияға ятыусыларға профсоюздан матди ярҙам күрһәтелә. Профсоюз һөнәри байрам, юбилейҙар, хаҡлы ялға оҙатыу кеүек мөһим сараларҙы ла тантаналы итеп үткәрә, бүләктәр әҙерләй. Ветерандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай: йыл һайын Ололар көнөндә уларға байрам күстәнәстәре таратыла. Ветерандар, шулай уҡ ойошмала ағза булып торған хеҙмәткәрҙәр профсоюз аша концерт-спектаклдәргә бушлай билеттар менән тәьмин ителә. Хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өсөн Яңы йыл иртәлеге ойошторола, кулектар бирелә. Эшләп йөрөүселәрҙең 1-се класҡа уҡырға барыусы балалары йәки ейәндәре мәктәп кәрәк-яраҡтары наборы менән бүләкләнә.

Отчет осоронда коллектив эсендә хеҙмәткәрҙәр өсөн төрлө саралар ойошторолған. Мәҫәлән, “Зарница” уйынында поликлиника, стационар бүлексәләр, паллиатив медицина ярҙамы бүлексәһе, участка дауаханалары һәм табип амбулаториялары командалары үҙ-ара көс һынашҡан, участка дауаханалары, ФАП-тар һәм табип амбулаториялары командалары араһында “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” ярышы үткән. Күсмә рәүештә медицина хеҙмәткәре көнө уҙғарылған, башҡа спорт ярыштары ойошторолған.

– Коронавирус инфекцияһы осоронда, әлбиттә, спорт-мәҙәни саралар уҙғарыу ҡайғыһы булманы. Пандемия ваҡыты беҙҙең өсөн уғата яуаплы, ҡатмарлы эш мәле булып иҫтә ҡалды. Аяуһыҙ сир менән көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Профсоюз дауалау учреждениеларын, хеҙмәткәрҙәрҙе вирустан һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү буйынса эшләне, һөнәри бурыстарын үтәгәндә ауырыу йоҡторған 81 медикка  матди ярҙам күрһәтелде, – тине профком рәйесе.

Асҡар профсоюз ойошмаһының финанс эшмәкәрлеге буйынса контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы Ф. Т. Ғилманова доклад яһаны. Ул ойошма иҫәбенә күскән сараларҙың маҡсатлы рәүештә тотонолоуы, финанс дисциплинаһының күҙәтелеүе тураһында һәр йылға айырым отчет бирҙе.

Яңы мөҙҙәткә профсоюз ойошмаһына рәйеслеккә өс кандидатура күрһәтелде. Тауыш биреү ябыҡ рәүештә уҙҙы һәм күпселек тауыш менән стоматолог-хирург вазифаһын башҡарыусы йәш табип, профсоюз эшмәкәрлегендә быға тиклем дә әүҙемлек күрһәткән, йәштәр секторын етәкләгән, республика йәштәр форумында ҡатнашҡан  А. Ғ. Күсәрбаев рәйес итеп һайланды. Шулай уҡ тауыш биреү юлы менән профкомдың яңы составы раҫланды. Бына улар – Р. Д. Алдырханова, Р. Р. Билалова, Ю. А. Ғәлиуллина, Л. Р. Ғөбәйҙуллина, Г. Ғ. Ихсанова, Р. Р. Ҡыуатов,  Ю. У. Мәхмүтов, Г. Т. Рыҫҡужина һәм  А. С. Сабитова. Контроль-ревизия комиссияһына ла яңы ағзалар билдәләнде.

Асҡар үҙәк район дауаханаһында уҙған отчет-һайлау конференцияһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты рәйесе Р. М. Халфин да ҡатнашты. Ул урындағы ойошманы ошоға тиклем арымай-талмай етәкләгән Р. Р. Манаповҡа хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм яңы рәйес итеп тәғәйенләнгән Азат Ғәли улына ҙур өмөттәр бағлап ышаныс белдерҙе, уңыштар теләне.

Профсоюз комитетына яңы рәйес һайланды
Профсоюз комитетына яңы рәйес һайланды
Профсоюз комитетына яңы рәйес һайланды
Профсоюз комитетына яңы рәйес һайланды
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас