Һаулыҡ һаҡлау
25 Февраль 2025, 12:30

Табиптар өсөн дә, пациенттар өсөн дә ышаныслы

Ҡорамал заманса хирургияның бөтә талаптарына яуап бирә.

Табиптар өсөн дә, пациенттар өсөн дә ышаныслыТабиптар өсөн дә, пациенттар өсөн дә ышаныслы
Табиптар өсөн дә, пациенттар өсөн дә ышаныслы

Балтас үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса универсаль операция өҫтәле алынды.

Заманса универсаль операция өҫтәле – операциялар үткәреү, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү һәм тикшереү өсөн бик яҡшы медицина ҡорамалы. Ул табипҡа эшен башҡарыуҙа ышаныслы ярҙамсы, пациенттар өсөн уңайлы. Нигеҙенең ныҡлығы, тотороҡло колоннаһы табип манипуляцияларын үткәргәндә ышаныс тыуҙыра. Өҫтәлдәге матрас кәүҙәгә төшкән көсөргәнеште кәметә. Инструменттар һалыу өсөн яйлы урын булдырылған.

– Ҡорамал заманса хирургияның бөтә талаптарына яуап бирә.Өҫтәл табиптар һәм пациенттар өсөн ышаныслы һәм уңайлы. Заманса операция өҫтәленең мөмкинлектәре киң, – тине район дауаханаһының хирургия бүлексәһе мөдире  Рәфил Нәбиуллин.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас