Һаулыҡ һаҡлау
28 Февраль 2025, 13:55

Үҙәк дауаханала асыҡ ишектәр көнө

25-28 февралдә Асҡар үҙәк район дауаханаһында ла асыҡ ишектәр көнө уҙҙы.

Үҙәк дауаханала асыҡ ишектәр көнөҮҙәк дауаханала асыҡ ишектәр көнө
Үҙәк дауаханала асыҡ ишектәр көнө

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡ менән кире бәйләнеш булдырыуҙы тәьмин итеү, республикала йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса эште камиллаштырыу маҡсатында ведомствоға ҡараған медучреждениеларҙа граждандарҙы ҡабул итеү буйынса асыҡ ишектәр көндәрен уҙғарыу планын раҫланы.

25-28 февралдә Асҡар үҙәк район дауаханаһында ла асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Дүрт эш көнө дауамында баш табип И. Р. Килдейәров, медицина өлөшө буйынса баш табип урынбаҫары Г. Ф. Синебрюхова, поликлиника мөдире З. Ю. Ғәлиәкбәрова, педиатрия ярҙамы күрһәтеү бүлексәһе мөдире З. М. Досманова мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Пациенттарҙың медицинаға ҡағылышлы мәсьәләләрен ентекләп тыңлап ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр.

И. Р. Килдейәров, райондың баш табибы:

– Асыҡ ишектәр көндәре сиктәрендә мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ булды. Әбйәлил халҡын нигеҙҙә льготалы медикаменттар менән тәьмин итеү, инвалидлыҡ юллау һәм поликлиниканың эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙар борсой. Бөтә мәсьәләләр ҙә яҙып алынды,  уларҙы хәл итеү юлдары ҡарала.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас