2024 йылда өлкән йәштәгеләрҙең айырым төркөмдәрен профилактик тикшереүҙә һәм диспансерлаштырыуҙа 73 медицина ойошмаһы ҡатнашты, 30 мобиль медицина бригадаһы йәлеп ителде. Бынан тыш, граждандарға фельдшер-акушерлыҡ пункттарында диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үтеү мөмкинлегенә эйә булды.
2024 йылда шулай уҡ, диспансерлаштырыуға ярашлы, 18-49 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм 18-55 йәшлек ир-егеттәрҙең репродуктив сәләмәтлеге тикшерелде. Былтыр 427766 кеше репродуктив сәләмәтлекте баһалау буйынса диспансерлаштырыуҙы үтте.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.