Бөтә яңылыҡтар
10
Һаулыҡ һаҡлау
20 Март , 10:10

Асҡарҙа балалар поликлиникаһы төҙөлә

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» яңы милли проект ярҙамында башҡарыла. 

Асҡарҙа балалар поликлиникаһы төҙөлә
Асҡарҙа балалар поликлиникаһы төҙөлә

Быйыл һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһын «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» яңы милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырасаҡтар.

2030 йылға халыҡтың ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырыу —Республика Башлығы Радий Хәбировтың идара итеү командаһы алдына ҡуйған мөһим бурыстарының береһе. Был күрһәткескә өлгәшеү өсөн медицина ярҙамын сифатлы итеү мотлаҡ.

— 2025 йылға алты поликлиниканы (Благовещен, Учалы, Яңауыл, Асҡын, Баҡалы һәм Асҡарҙа) сафҡа индереү, туғыҙ медицина учреждениеһын капиталь ремонтлау, 121 заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм туғыҙ амбулатория төҙөү кеүек эштәрҙе планға алғанбыҙ, — тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы.

Асҡарҙа «Һаулыҡ Һаҡлау», «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә башланы.

Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә төҙөлгән дүрт ҡатлы балалар поликлиникаһының дөйөм майҙаны 4348,77 квадрат метр буласаҡ. Төҙөлөш эштәрен генераль подрядсы — «Билд» ЯСЙ-һы алып бара.

Административ-хужалыҡ эштәре бүлеге начальнигы Илнур Шәйбәков әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә фундамент эштәре тамамланған, цоколь ҡат төҙөлгән, икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа колонналар һәм стеналар ҡорола. Дөйөм алғанда, планлаштырылған эштәр ваҡытында үтәлә, бинаның яртыһы төҙөлгән.

Яңы поликлиника заманса медицина учреждение талаптарына ярашлы эшләнә: бында айырым инеү урыны булған ҡабул итеү боксы, ашығыс ярҙам блогы, шулай уҡ педиатрҙар, хирург, офтальмолог, эндокринолог, кардиолог һәм невролог өсөн кабинеттар буласаҡ. Бынан тыш, поликлиникала сәләмәт баланы ҡабул итеү кабинеты, бәлиғ булмағандарға медицина ярҙамы бүлеге, УЗИ, ЭКГ һәм массаж кабинеттары ҡаралған. Был медицина учреждениеһы  заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.

Иң бәләкәй пациенттар өсөн тәғәйенләнгән медицина учреждениеһы йыл аҙағында уҡ үҙ ишектәрен асасаҡ. Асҡар халҡы яңы поликлиниканың сафҡа индерелеүен түҙемһеҙлек менән көтә.

Земфира Мәхмүтова, педиатрия ярҙамы күрһәтеү бүлеге мөдире:

— Күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа аша. Ниһайәт, район үҙәгендә бәләкәстәр өсөн айырым поликлиника буласаҡ. Был «Тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проекты ярҙамында мөмкин булды. Яңы поликлиникала балаларға заманса ҡорамалдарҙа медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Пациенттар, шулай уҡ табибтар, шәфҡәт туташтары өсөн дә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Йәш быуындың сәләмәтлеген һаҡлау эше — республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булыуы ҡыуаныслы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: