Бөтә яңылыҡтар
10
Һаулыҡ һаҡлау
20 Март , 10:20

Районда ике заманса ФАП асыласаҡ

Ярлыҡап һәм Рысҡужа ауылдарында медпункт төҙөләсәк

Районда ике заманса ФАП асыласаҡ
Районда ике заманса ФАП асыласаҡ

Тәүге медицина-санитар ярҙам системаһын үҫтереү — «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Ул фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөүҙе, шулай уҡ йыл һайын профилактик медицина тикшереүҙәре ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

— Беҙ иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тулыһынса яңыртасаҡбыҙ. Һуңғы йылдарҙа ғына республикала 490 модулле конструкциялы ФАП, ауыл участка дауаханалары сафҡа индерелде. Биш йыл элекке медицина торошо  менән сағыштырғанда, беҙ ныҡ алға киттек һәм ауыл медицинаһы инфраструктураһын тейешле кимәлгә күтәрҙек. Тағы ла бер мөһим бурыс – һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү, һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында медицина хеҙмәткәрҙәрен булдырыу, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Ағымдағы йылда «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» проекты сиктәрендә Ярлыҡап һәм Рысҡужа ауылдарында ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырылған. Проект медицина ярҙамының уңайлылығын һәм сифатын арттырыуға, пациенттар ҡабул итеү һәм медицина персоналына эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Районда был программа буйынса Яҡтыкүл, Яңы Балапан, Шәрип, Тупаҡ ауылдарында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтә.

Быйыл заманса талаптарға яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункттары Ярлыҡап һәм Рысҡужала сафҡа индереләсәк. Әлегә был ауылдарҙа иҫке медпункттар эшләй, уларҙа һыуыҡ һәм тейешле шарттар юҡ. Яңы модуль конструкцияларҙы май һәм июнь айҙарында ҡороу планлаштырыла, шулай уҡ ФАП-тар тиҙ арала медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Дилә Гурентьева, үҙәк район дауаханаһының ойоштороу-методик кабинеты фельдшеры:

—Беҙҙең районда фельдшер-акушерлыҡ пункттары 2009 йылда ғына яңыртылып төҙөлә башланы. Ишбулдыла, унан һуң Рауил, Гусев, Әлмөхәмәт, Атауҙы, Хәмит, Әбделмәмбәт, Дәүләт ауылдарында яңы ФАП-тар сафҡа инде. «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса Салауат һәм Йәлембәт ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Һуңғы йылдарҙа Тупаҡ, Яңы Балапан, Шәрип һәм Яҡтыкүлдә модулле ФАП-тар төҙөлдө. Әлеге ваҡытта район буйынса медпункттарҙың 35 процентын яңыртырға кәрәк. Шуға күрә, алдағы биш йылда Әбйәлилгә тағы ла 13 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты бирелер, тип ышанабыҙ

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: