Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙа.
«Башҡортостанда ауыл биләмәләре байтаҡ, халыҡҡа медицина ярҙамы бик кәрәк. Беҙ ауыл медицинаһы өсөн күп эштәр башҡарҙыҡ һәм уны дауам итәбеҙ. Тотош республикала 500 фельдшер-акушерлыҡ пунктын, 10-ға яҡын участка дауаханаһын һәм амбулаторияһын яңырттыҡ. Әммә иң мөһиме – унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр. Беҙҙә «Ауыл табибы/ Ауыл фельдшеры» федераль программаһы ғәмәлгә ашырыла, ауыл дауаханаларына эшкә ҡайтҡан медиктарға финанс ярҙамы күрһәтелә. Республикала иһә ФАП-тарға иҫәпләнгән үҙебеҙҙең «Ауыл фельдшеры» программаһы эшләп килә. Быйыл беҙ тағы 33 табипҡа 500 мең аҡса түләйбеҙ», — тигән һүҙҙәр бар унда.
«Ауыл табибы/ Ауыл фельдшеры» федераль программаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли пректы нигеҙендә бойомға ашырыла.