-һуңғы йылдарҙа «Һаулыҡ һаҡлау» программаһы ярҙамында Асҡар үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһы күпкә яҡшырҙы. Беҙ шулай уҡ амбулаторияларҙа шарттарҙы яҡшыртыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Мәҫәлән, Красная Башкирия амбулаторияһында стоматология ҡорамалдары яңыртылды. Элекке ҡорамалдар менән сағыштырғанда, айырма бик ҙур. Был эште уңайлыраҡ, ә дауалауҙы һөҙөмтәлерәк итер, тип ышанабыҙ, - тип хәбәр итте үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илгиз Килдейәров.