Һаулыҡ һаҡлау
22 Апрель 2025, 12:30

Асҡар дауаханаһына заманса рентген аппараты

Был ҡорамал палатала ла тикшереү мөмкинлеген бирә.

Асҡар дауаханаһына заманса рентген аппаратыАсҡар дауаханаһына заманса рентген аппараты
Асҡар дауаханаһына заманса рентген аппараты

“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Асҡар үҙәк район дауаханаһына “РЕНЕКС” тигән күсмә рентген-аппарат алынды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы.

Рентген кабинеты шарттары булмағанда ла, был күсмә аппарат пациенттарға уңайлы итеп диагностика ҡуйыу мөмкинлеген бирә. Программа тәьмин итеү мөмкинлегенең киң диапазоны экспресс диагностиканы хатта палатала башҡарырға ла булышлыҡ итә. Табип-рентгенологтың автоматлаштырылған эш урыны һәм башҡа уңайлыҡтар эште һөҙөмтәле башҡарырға юл аса.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән быйыл 1 ғинуарҙан тормошҡа ашырыла. “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәүенең яңы мөмкинлектәрен асыу. 

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-04-13/auyl-dauahana-yna-zamansa-rentgen-apparaty-aytaryldy-4196168

Автор:
Читайте нас