Һаулыҡ һаҡлау
22 Апрель 2025, 06:30

Баймаҡ дауаханаһына – яңы ҡорамал

Яңы ҡорамал лапароскопик операциялар яһау өсөн тәғәйенләнгән.    

Баймаҡ дауаханаһына – яңы ҡорамалБаймаҡ дауаханаһына – яңы ҡорамал
Баймаҡ дауаханаһына – яңы ҡорамал

Баймаҡ ҡала дауаханаһы, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамал – видеохирургик таяу алды. Яңы ҡорамал лапароскопик операциялар яһау өсөн тәғәйенләнгән. Уның ярҙамында табиптар илленән ашыу аҙ тишемле әмәлиәт яһай алды.

– Бындай операциянан һуң пациент тәнендә йөйҙәр ҡалмай тиерлек. Ауырыу тиҙерәк һауыға. Был процедура пациент өсөн заманса булыуы һәм аҙ йәрәхәт ҡалдырыуы менән әһәмиәтле, – тине Баймаҡ дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас