Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Апрель 2025, 11:47

Быйыл сафҡа инәсәк

Район үҙәгендә төҙөлөп ятҡан балалар поликлиникаһы йыл аҙағына файҙааланыуға тапшырыласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Быйыл сафҡа инәсәк
Быйыл сафҡа инәсәк

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә барған төҙөлөштө "Билд" ЯСЙ-һы алып бара. Бина дүрт ҡатлы буласаҡ. Уның дөйөм майҙаны 4348,77 квадрат метр. 

Бөгөнгә поликлиниканың стеналарын күтәреү тамамланған. Бинаға һыу үткәрелгән.Ошо көндәрҙә йылылыҡ селәтре һуҙыу тамамланасаҡ. Унан инде бинан ҡыйығын ябыу эштәренә тотонасаҡтар. Унан тәҙрә-ишщектәре ҡуйыу, стеналарын йөҙләү, эске эштәр башҡарыласасҡ. Төҙөүселәр балалар поликлиникаһын планға ярашлы 2025 йылдың ноябренә сафҡа индерергә ниәтләй.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас