Яңа техниканы һатып алыуға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә һатып алғандар, шул иҫәптән «Дауамлы һәм актив тормош» милли дәүләт проекты буйынса федераль аҡсалар йәлеп ителгән. Яңы техника алыусылар иҫәбендә әбйәлилдәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы.
Дауаханаларға бирелгән «Лада Гранта», «Лада ларгус» һәм «Лада Нива Тревел» автомобилдәре ауыл ерендә бик уңайлы. Машиналарҙың бер өлөшө сәләмәтлек мөмөкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы йөртөүгә яраҡлаштырылған.
– Быйыл беҙ медицина хеҙмәткәрҙәренә барлығы 90 машина тапшырырға планлаштырабыҙ. Был эш даими алып барыла. Беҙҙең бурыс- бөтә техника паркын яңыртыу. Шул уҡ ваҡытта алмашһтырылған эш автомобилдәренең бер өлешөн махсус хәрби операция зонаһына ебәрәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. - Алда әле эш күп, беҙҙең дауаханаларҙы йыһазландырыу ҙа модернизациялауҙы талап итә.