Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Июль 2025, 08:15

Халыҡ һаулығы һағында

Нефтекама дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,  электрокардиограмманы  һәм артериаль баҫымды  тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүсе ике комплекс алынды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Халыҡ һаулығы һағында
Халыҡ һаулығы һағында

Был комплекстар йөрәк эшмәкәрлеге торошон тәүлек буйына күҙәтергә ярҙам итә. Улар электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен  теркәй. Бындай тикшереү табипҡа ғәҙәттәге ЭКГ тикшереүенә ҡарағанда күберәк мәғлүмәт бирә. Комплекс  йөрәк ритмын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа үҙгәрештәрҙе нығыраҡ асыҡлай.

– Яңы ҡорамалдар диагностика өсөн ҙур мөмкинлектәр аса һәм белгестәргә сирҙәрҙе иртә стадияла теүәл асыҡларға ярҙам итә. Беҙ пациенттарҙы заманса технологиялар менән тәьмин итеү һәм медицина ярҙамын яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине дауахананың баш табибы Рафаэль Зиятдинов.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса замаса ҡорамалдарҙы тәү сиратта ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас