Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 754 142 кеше льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә хоҡуҡлы, әммә асыҡланған ауырыуҙар һаны артҡан һайын был һан да арта.
16 июлдә бер көн эсендә генә республикала бушлай йәки ташламалы хаҡҡа дарыу алыуға хоҡуғы булғандар 55 миллион һумлыҡ препараттар алды. «Башфармация» дарыуханаларында 10,5 мең льготалы рецепт буйынса 21 меңдән ашыу дарыу препараттары бирелгән.
Сирлеләрҙе бушалй йәки ташламалы хаҡҡа тәьмин итеү “Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.