Республикала медицинаға иғтибар ҙур, ауылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыртыла. Быйыл райондарҙа алты поликлиника сафҡа индереләсәк.
Милли проекттар ярҙамында республикала медицина тармағында һиҙелерлек алға китеш бар. Мәҫәлән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 33,4 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 21,9 миллиард һумы – федераль бюджеттан бүленгән. Был сараларға 23 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлгән, 99-ы капиталь ремонтланған. Медицина учреждениелары заманса ҡорамалдар һәм санитар автомобилдәр менән тәьмин ителгән. Республикала “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Улар ярҙамында 1861 медицина хеҙмәткәре ауылдарға эшкә килде.
—Медицина сифатын күтәреү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әлеге ваҡытта алты районда яңы поликлиника төҙөйбөҙ һәм быйыл уларҙы тапшырырға тейешбеҙ. Ауылда эшләү өсөн йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыларына алмаштырабыҙ, йыл һайын республика буйлап «Сәләмәтлек поездары» ауыл халҡының һаулығын тикшерә, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Башҡортостан 2024 йыл йомғаҡтары буйынса “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын уңышлы үтәне һәм ил төбәктәре араһында еңеүсе булып танылды. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин быйыл да медицина хеҙмәткәрҙәренең эш һәм пациенттарҙың дауаланыу шарттарын яҡшыртыу буйынса эштәрҙең артасағын билдәләне: “Ағымдағы йылда медицинаны һәр яҡлап үҫтерәсәк яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдына мөһим бурыс ҡуйҙы: 2030 йылға республикала бер генә лә иҫке һәм авария хәлендәге медицина пункты булмаҫҡа тейеш. Ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс, беҙ уны мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Яңы объекттар төҙөлөшө артабан дауам итәсәк, автотранспорт һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу өҫтөндә лә эшләйәсәкбеҙ”.
Район үҙәгендә «Һаулыҡ һаҡлау», «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән яңы балалар поликлиникаһы дүрт ҡатлы буласаҡ.
Административ-хужалыҡ эштәре бүлеге начальнигы Илнур Шәйбәков әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә бинаны күтәреү эштәре тамамланған, тәҙрәләр ҡуйылған, икенсе, өсөнсө, дүртенсе ҡаттарҙа стеналар гипсакартон менән көпләнгән, тыштан фасадты биҙәү бара. Электрика эшләнгән. Әлеге ваҡытта йылылыҡ селтәрен яңыртыла, яңы ҡаҙанлыҡҡа ҡорамалдар ҡуйыла. Дөйөм алғанда, бинаның эсендә эштәр ҡалған, киләһе аҙнанан төҙөлөш майҙансығын тәртипкә килтереү башланасаҡ. Август аҙағына тиклем административ корпус тупһаһын яңыртыу ҡаралған. Балалар поликлиникаһын асыу йыл аҙағына планлаштырылған.
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин:
– 2025 йылдан “Ғаилә” милли проекты сиктәрендәге “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты старт алды. Бюджеты 714,9 миллион һум тәшкил итә. Балалар һаулығын һаҡлауҙың төп йүнәлештәре — сирҙе иҫкәртеү, иртә диагностикалау һәм дауалау. Проект сиктәрендә дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөү һәм үҙәк район дауаханаларында яңы һигеҙ консультация үҙәге асыу планлаштырыла.