Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Август 2025, 11:50

Табиптарға остазлыҡ өсөн аҡса түләнәсәк

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы педагогик эшкә ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы тармаҡ килешеүенә төҙәтмәләр ҡабул итте.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Табиптарға остазлыҡ өсөн аҡса түләнәсәк
Табиптарға остазлыҡ өсөн аҡса түләнәсәк

Документҡа ярашлы, республикала тәүге тапҡыр остазлыҡ өсөн окладтан кәмендә 15% күләмендә өҫтәмә түләү индерелә.

Остазлыҡ, ғилми эш, хеҙмәткәрҙе уҡытыу менән шөғөлләнгән, студенттарҙың практикаһына етәкселек иткән йәки башҡа педагогик йөкләмә алған табиптар һәм шәфҡәт туташтары ла 56 көнгә тиклем отпуск алырға хоҡуҡлы. Баш табиптарға нормаһыҙ эш көнө өсөн өҫтәмә отпуск бирелә башлай.

Төҙәтмәләр федераль ҡануниәттең үҙгәреүе һәм табиптарҙың эш хаҡы структураһы, шул иҫәптән окладты 50% тиклем арттырыу менән бәйле, тип хәбәр иттеләр республиканың табиптар профсоюзынан.

Был яңылыҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлешенә үҙ өлөшөн индерә.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас