Аҡъярҙа филиалда шәфҡәт туташы эше белгестәрен әҙерләйәсәктәр. Беренсе курсҡа 25 студент ҡабул ителгән. Филиал Аҡъяр тау колледжында асыла, ә студенттар Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында практика үтәсәк.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегендә һигеҙ медицина колледжы селтәре һәм БДМУ ҡарамағындағы тағы бер колледж эшләй. Төп колледждарҙан тыш, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Учалыла һәм Мәсәғүт ауылында дүрт яңы филиал асылған, шулай уҡ Күмертауҙа Стәрлетамаҡ медицина колледжының филиалы бар.
Башҡортостан Башлығы ҡуйған йөкләмәгә ярашлы, медицина кадрҙары ситкә китмәһен, үҙебеҙҙең республикала ҡалһын өсөн медицина колледждары филиалдары селтәре киңәйтелә.
Хәҙер республиканың медицина колледждарында 8,5 меңдән ашыу студент уҡый, йыл һайын 2 меңгә яҡын кеше тамамлай, уларҙың 85% дәүләт учреждениеларына эшкә урынлаша.
Был яңылыҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.