Буранғол халҡы өсөн тағы бер шәп яңылыҡ -"Салауат" ЯСЙ-һы интернатты ремонтлай башлағас, уның менән бер бинала урынлашҡан дөйөм табип офисын да йүнәтергә хәл итә. Ул да ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Райондың баш табибы урынбаҫары Гөлфиә Синебрюхова яңырған медицина учреждениеһы өсөн “Салауат” ЯСЙ-һына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Дөйөм практика табибы офисы Буранғол, Һәйетҡол, Ишкилде, Исхаҡ, Мәйгәште, Шәрип, Хәмит ауылдарында йәшәүсе 2478 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 528-е балалар. Әлеге ваҡытта бында участка педиатры хеҙмәткәре Юлиә Махийәнова, акушерка Гөлсөм Баязитова һәм шәфҡәт туташы Гөлйөҙөм Сабитова эшләй. Өлкәндәр участка терапевты Рәүиә Фәсхетдиноваға беркетелгән, — тине Гөлфиә Фәнил ҡыҙы. — “Салауат” ЯСЙ-һы ремонт башҡарғаны һәм медицина ҡорамалдар менән тәьмин иткәне өсөн өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Хәҙер ауыл халҡы квалификациялы медицина ярҙамын санитар нормаларға яуап биргән уңайлы шарттарҙа аласаҡ. Йәш белгестәр ҙә яңы медицина учреждениеһына эшкә килер тигән ышаныс белдерәм. Әлеге ваҡытта Мәйгәште һәм Ишкилде ФАП-тары ремонтҡа мохтаж, уларҙы йүнәтеү мөмкинлеге табылһа, бик шат булыр инек.
Өр-яңы медицина учреждениеһына ингән ололар үҙ күҙҙәренә ышанманы. Ап-аҡ, яҡты бүлмәләрҙә яңы йыһаз, кәрәк-яраҡ урынлаштырылған. Көндөҙ килеп дауаланыу өсөн ике урынлыҡ палата, процедура бүлмәләре бар.