Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Сентябрь 2025, 06:05

Район дауаханаһына эшкә табиптар килде

Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә баш табиптың медицина бүлеге буйынса яңы урынбаҫары Юлия Гаяс ҡыҙы Мөхәмәтдинова менән таныштырҙылар. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Район дауаханаһына эшкә табиптар килде
Район дауаханаһына эшкә табиптар килде

Шулай уҡ коллективҡа райондың медицина учреждениеларында эшләй башлаған яңы табип-белгестәр ҙә тәҡдим ителде.

Савельева Виктория Анатольевна Таштимер табип амбулаторияһының участка табип-терапевты булып эш башлаған.

Илһамова Диана Айсар ҡыҙы Буранғол участка дауаханаһына табип-терапевт булып барған.

Италмасова Ләйсән Илдар ҡыҙы Красная Башкирия участка дауаханаһына табип-педиатр булып урынлашҡан.

Табип-педиатр  Зекрина Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Ташбулат участка дауаханаһында эшләйәсәк.

Табип-педиатр Баймырҙина Айгөл Рамаҙан ҡыҙы район балалар поликлиникаһында кескәй пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

Район дауаханаһына эшкә килгән йәш табиптарға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Ауыл табибы” программаһына ярашлы матди ярҙам күрһәтеләсәк.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас