Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау проекты буйынса төҙөлдө Ярлыҡап медпункты. Модулле ФАП-ты Нефтекама ҡалаһынан «Урал промоборудование» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте монтажланы. Ике ай эсендә ойошма эшселәре эште теүәлләп тә ҡуйған.
Ҡолоҡас, Тирмән һәм Ярлыҡап ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән медпункт — был ауылдар өсөн бик кәрәкле социаль объекттарҙың береһе. Быға тиклем иҫке бинала урынлашҡан, төҙөлөш барған осорҙа (яңы бина элекке ФАП-ты һүтеп алып, шуның урынына урынлаштырылды) ауырыуҙарҙы мәсеттә ҡабул иткән фельдшер өсөн был айырыуса ҡыуаныслы.
— Әлбиттә, элекке медпунктты бөгөнгөһө менән сағыштырырлыҡ түгел. Яңы бинала ҡабул итеү, процедура, ҡатын-ҡыҙҙар кабинеттары бар, улар иркен, яҡты. Бөтә медицина ҡорамалдары яңы. Бындай уңайлы шарттарҙа ҡасан да булһа эшләрмен, тип хыялланмағайным да. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡабул итеүгә килгән халыҡ өсөн дә бик уңайлы, фельдшерға ла бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бина электр менән йылытыла, унда һыу үткән, канализация селтәре лә эшләнгән. Һаулыҡ мөмкинленктәре сикләнгән кешеләр өсөн инеү урыны ҡулайлаштырылған, — тип фельдшер Ләйсән Дәүләтшина ҡыуанысын йәшермәй.
Компьютер урынлаштырылған, һанлаштырыу ҙа пациенттарҙың һаулығын хәстәрләүҙә бик әһәмиәтле. Ул урындарҙа фельдшерҙар ҡатмарлы мәсьәләләргә юлыҡҡанда Өфө белгестәре менән кәңәшләшергә, онлайн рәүештә коллегалары менән дауалау тактикаһын билдәләргә, анализдарҙы бергәләп тикшерергә, кәрәк булғанда башҡа медицина учреждениеһына күсереүҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Был пациенттың сәләмәтлеге өсөн ҡәҙерле булған «алтын» ваҡытты үткәреп ебәрмәү өсөн мөһим.
Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте бинаға һыу үткәреүҙе хәстәрләгән, канализация соҡорон да әҙерләгән.
— Ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә йылдан-йыл күберәк иғтибар бирелеүенә бик шатбыҙ. Әле шулай уҡ Рысҡужа ауылында ла нәҡ беҙҙәге кеүек модулле ФАП барлыҡҡа килде, — ти фельдшер.
— Өр-яңы медпункт төҙөлөүе ярлыҡаптар өсөн генә түгел, беҙҙең фельдшер хеҙмәтләндергән Ҡолоҡас, Тирмән халҡы өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға. Элекке һыуыҡ, иҫке медпункт урынында бына тигән заманса бина ҡалҡып сыҡты. Тотош ауылыбыҙға йәм өҫтәгән медпунктта бөтә уңайлы шарттар булдырылыуы кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға, ғүмер оҙайлылығын арттырыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, — тиҙәр ярлыҡаптар.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
«Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы — тап халҡыбыҙҙың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек башланған урын. Поликлиникаларҙағы шарттарҙан, йыһазландырыуҙан, унда эшләгән табиптарҙың эшмәкәрлегенән күп нимә тора. Һуңғы йылдарҙа беҙгә тәүге звеноның ландшафтын етди үҙгәртергә, был маҡсаттарға байтаҡ федераль финанс сығымын йәлеп итергә мөмкин булды. Һәм беҙ был эште дауам итәбеҙ. Кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу беҙҙең, һис шикһеҙ, өҫтөнлөктәребеҙ булып ҡаласаҡ».