Быйыл «Сәләмәтлек поездары» республика буйынса 175 мең кешене ҡабул иткән. Кардиолог, офтальмолог, акушер-гинеколог, уролог, онколог, терапевт, невролог, стоматолог һәм хирургтарҙан торған күсмә медицина бригадалары республиканың 356 ауылында булған. Һөҙөмтәлә 23 мең кешелә хәүефле сирҙәр билгеләре табылған, улар ентекле тикшереүгә оҙатылған.
"Мин райондарға килгәндә, халыҡ «Сәләмәтлек поездары» өсөн рәхмәт белдерә. Был яҡшы һәм кәрәкле эш тиҙәр. Һәм беҙ уны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ», – ти республика етәксеһе Радий Хәбиров.