Республикала йыл һайын өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм халыҡҡа тәү медицина ярҙамын күрһәтә. Ағымдағы йылда «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» проекты сиктәрендә Ярлыҡап һәм Рысҡужа ауылдарында ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был программа халыҡҡа медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға, пациенттар ҡабул итеү һәм медицина персоналына эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Шуныһы шәп, интернет булмаған Ярлыҡап ауылында ”Һанлы ФАП” проекты ярҙамында медпунктта заманса бәйләнеш булдырылды. Республикала ФАП-тарҙың интернетҡа тоташтырылыуы фельдшерҙарға медицина мәғлүмәт системаһын файҙаланыуҙа ҙур ярҙам буласаҡ. Бындай уңайлыҡтар өсөн фельдшер Ләйсән Дәүләтшина айырыуса шат.