“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә алынған“Орторент Когнитив” аппараты нейромускул патологиялары булған пациенттарҙы реабилитациялау өсөн инновациялы терапевтик алым ул. Реабилитациялау интерактив системаһы экранда йәки проектор ярҙамында вертикаль өҫкә (стенаға йәки таҡтаға) сағылдырыла, һәм улар ярҙамында пациент виртуаль мөхит менән эш итәсәк.
“Орторент Когнитив”ты файҙаланыу һөҙөмтәһендә пациенттар һөҙөмтәле һәм заманса реабилитациялауҙы үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был уларҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫыуына һәм заманса реабилитациялауына булышлыҡ итәсәк.