Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Декабрь 2025, 11:15

«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла

Республикаға өҫтәмә аҡса бүленгән

«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла
«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ҡарарҙы Рәсәйҙең финанс министрлығы ҡабул иткән. Республика өсөнсө йыл рәттән өҫтәмә аҡса ала.

«Сөнки республика бүленгән федераль аҡсаны тәүгеләрҙән булып үҙләштерә. Тимәк, 94 табип һәм 28 урта медицина хеҙмәткәре декабрҙә үк 500 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем түләүгә иҫәп тота ала», — тип белдерҙе министр.  

Йыл башынан 129 белгескә 144,5 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас