Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Декабрь 2025, 09:45

Милли проекттар сәләмәтлек һағында

Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты яҡшыра

Милли проекттар сәләмәтлек һағында
Милли проекттар сәләмәтлек һағында

Һуңғы биш йылда райондың медицина тармағында милли проекттар ярҙамында һиҙелерлек үҫеш булды. Иҫке флюорография аппараты яңы һанлы ҡорамалға алыштырылды. Рентген-диагностика комплексы менән йыһазландырылған яңы рентген кабинеты асылды. Яңы һанлы маммография аппараты ҡуйылды. Эндоскопия һәм колоноскопия тикшереүҙәре үткәреү өсөн ҡорамалдар ҡайтарылды. Поликлиникала өс  стоматология аппараты яңыртылды һәм 1-се Асҡар урта мәктәбендә заманса теш кабинеты асылды.

Диагностика өлкәһендә заманса ҡорамалдар: яңы ультратауыш аппараттары, холтер мониторҙары, ЭЭГ һәм ЭКГ аппараттары алынды. Үпкәне яһалма елләтеү (ИВЛ) һәм наркоз аппараттарының иҫке моделдәрен алмаштырыу операция һәм анестезия хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Табиптарға медицина документацияһы менән эшләү өсөн компьютерҙар яңыртылды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә район дауаханаһы өс “Лада Гранта” һәм “Ларгус” автомобиле алды. Улар ашығыс һәм күсмә рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеүгә тәғәйенләнгән.

Асҡар үҙәк район дауаханаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында «Элепс» яңы медицина аппаратын алды. Ул электрохирургияла минималь йәрәхәтләү менән операциялар яһау өсөн заманса ҡорамал.  «Был аппаратты ҡулланыу халыҡҡа медицина ярҙамының сифатын күпкә яҡшыртасаҡ», — тип белдерҙе баш табиб Илгиз Килдейәров. Ошо уҡ милли проект аша “РЕНЕКС”  рентген аппараты ҡайтарылды. Был күсмә медицина ҡорамалы пациенттарға палатала дөрөҫ диагностика ҡуйырға ярҙам итә.

Үҙәк дауаханала «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында килгән компьютер томографы эшләй. Заманса аппарат бик кәрәк, сөнки бындай диагностика патологик үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға, аныҡ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы тиҙерәк башларға мөмкинлек бирә. Ошо уҡ милли проект аша ике “УЗИ-Электрон” ультратауыш аппараты алынды. Заманса ультратауыш диагностикаһы  яҡшы сифатлы визуализация, һүрәтте эшкәртеүҙең алдынғы технологиялары арҡаһында кәрәкле медицина ҡорамалы булып тора.  Аппарат акушерлыҡ, гинекология, урология, эхокардиография, онкология, маммологияла кәрәк.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса үҙәк дауаханаға ике заманса универсаль операция өҫтәле ҡуйылды. Бындай өҫтәлдәр операция яһау, унан һуң сирлеләрҙе ҡарау һәм тикшереү өсөн уңайлы.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас