Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ғинуар , 11:20

Шифаханаларҙа яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары тергеҙеләсәк

Республика башлығы Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялауҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыуҙы башлауын әйтеп, уларҙа ташламалы хаҡҡа  бөтәһе 9 меңгә яҡын кеше дауаланыуын билдәләне.

Шифаханаларҙа яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына  ярҙам саралары тергеҙеләсәк
Шифаханаларҙа яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары тергеҙеләсәк

"Белеүемсә, бюджет сикләүҙәре арҡаһында шифахана-курорт дауалау йәһәтенән ярҙам сараларының береһе атап әйткәндә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа ташламалы хаҡҡа йәшәүе туҡтатылды. Был ҡарар урынһыҙ, тип иҫәпләйем. Был сығымдарҙың ябай статьяһы түгел, ә яугирҙар һәм уларҙың яҡындары алдындағы бурысыбыҙ. Республика хөкүмәтенән финанслау сығанаҡтарын асыҡлауҙы һәм был ярҙамды тулы күләмдә тергеҙеүҙе һорайым, — тине Радий Хәбиров.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас