Яңы поликлиника сменаһына 150 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бинаның дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә.
Поликлиникала көндөҙгө стационар, процедура кабинеттары, ашығыс медицина ярҙамы блогы, амбулатор ҡабул итеү, физиотерапия һәм дауалау физкультураһы кабинеттары бар. Шулай уҡ унда 120 урынлыҡ конференциялар залы һәм студенттар өсөн уҡыу кабинеты урынлашҡан. Яңы учреждение дауахананың төп корпусы менән икенсе ҡат кимәлендә йылы үткәүел менән тоташтырылған.