Һаулыҡ һаҡлау
17 Апреля , 10:50

Байымға "Сәләмәтлек поезы" килә

Республика табиптары графикка ярашлы быйыл Байымда ла эшләйәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Байымға "Сәләмәтлек поезы" киләБайымға "Сәләмәтлек поезы" килә
Байымға "Сәләмәтлек поезы" килә

Байымда 29-30 апрелдә республика дауаханыһының диагностик модуле эшләйәсәк. Ә 27-30 апрелдә күсмә “Стоматология” кабинеты Байымда халыҡты ҡабул итәсәк.
Ә 4-6 майҙа Байымда кардиомодуль эшләйәсәк.

Байымға 11, 15 июндә килгән “Сәләмәтлек поезы” халыҡтың сәләмәтлеген тикшерәсәк, йәғни бында анализ биреп, ҡандағы глдюкоза кимәлен, холестеринды белергә, йөрәк эшмәкәрлеген, ҡан баҫымын, күҙ эсендәге баҫымды тикшертергә була. Үпкә һәм һөт биҙҙәренең яман шешен иртә диагностикалау маҡсатында рентгенология тикшереү ысулдары-флюорография, маммография үткәреләсәк.

Ғөмүмән, табиптар ауылға килгәндә мө мкин булған тикшеренеүҙәрҙе үтергә һәм белгестәргә күренеп ҡалыу мөһим.

“Сәләмәтлек поезы”ның райондарҙа халыҡты ҡабул итеүе “Һаулыҡ” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас