

Халыҡты диспансерлаштырыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) үткәрелә.
Былтыр профилактик медицина тикшеренеүен 221 264 кеше, диспансерлаштырыуҙы 1 670 496 кеше үткән. Өлкәндәр араһында тәрәнәйтелгән диспансеризация үтеүселәр – 204 080 кеше. Репродуктив һаулыҡты диспансерлаштырыусылар һаны - 532 374.
Үткәрелгән тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса 370 560 кешелә тәүге тапҡыр ниндәйҙер сир асыҡланған. Һуңынан улар диспансер иҫәбенә ҡуйылған.
Диспансеризация, медицина тикшеренеүе һөҙөмтәләре сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға, ваҡытында дауаланырға мөмкинлек бирә.
Шуға күрә һәр кем тәғәйенләнгән ваҡытында табиптарғ күренергә, тәғәйенләнгән тикшереүҙәрҙе үтергә тейеш. Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында.