Һаулыҡ һаҡлау
1 Июня , 05:30

"Сәләмәтлек поезы" Әбйәлилдә

3-15 июндә Буранғол, Амангилде, Красная Башкирия, Байым ауылдарында табип-невролог, табип-офтальмолог, табип-гинеколог, табип-оториноларинголог, табип-кардиолог, табип-терапевт, табип-педиатр халыҡты ҡабул итәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Сәләмәтлек поезы" Әбйәлилдә"Сәләмәтлек поезы" Әбйәлилдә
"Сәләмәтлек поезы" Әбйәлилдә

Диагностик ярҙамды арттырыу, хроник инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау маҡсатында Әбйәлил районы ауылдары халҡы медицина тикшереүе үтә ала.Акцияға Һаулыҡ үҙәге, күсмә маммограф, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының күсмә флюорографы һәм Асҡар үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты йәлеп ителә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
-Республика халҡының һаулығын һаҡлау беҙҙең төп бурыс булып ҡала. 2030 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырырға тейешбеҙ. Һәм, әлбиттә, ауырыуҙарҙы ваҡытында диагностикалау беҙҙең эштә мөһим инструмент булып ҡала. Киләһе йылда был акцияны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.

“Сәләмәтлек поезы” Буранғолда 3-4 июндә, Амангилделә 5-6 июндә,Красная Башкирияла 9-10 июндә, Байымда 11, 15 июндә халыҡты ҡабул итәсәк.

Ҡабул итеүгә участка терапевы аша алдан яҙылырға кәрәк. Үҙең менән паспорт һәм страховка полисы булыуы мотлаҡ.

Зөһрә Аҡманова, Амангилде табип амбулаторияһының баш врачы:
-Был акция сиктәрендә социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик булған йәки улар асыҡлаған бөтә граждандар диагнозды аныҡлау өсөн ныҡлап тикшереүгә, дауаланыуға ебәрелә һәм контролгә алына. Күп ауырыуҙарҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас