

Күсмә комплекстарҙа төбәктең алты ауылынан йыйылған халыҡ флюорография, компьютерҙа томография, маммография үтте. Табиптарға ла сират ҙур булды.
Сиратта тороусыларҙың күбеһе ололар. Шәфҡәт туташы Гөлйөҙөм Сабитова әйтеүенсә, иң ҙур сират офтальмологҡа. Терапевҡа иһә, илленән ашыу кеше ингән.
– Халыҡ ҡәнәғәт, район үҙәгенә барырға кәрәкмәй, табиптар һуңғы мөрәжәғәт итеүсене ҡабул итмәйенсә, ҡайтып китмәне, – ти ул.
Радий Хәбиров, Республика башлығы:
– 2022 йылдан алып эшләп килгән, ете йылға иҫәпләнгән программаның маҡсаты– республика халҡының сәләмәтлеген тикшереү – анализдар тапшырыу, флюорография, ЭКГ һәм башҡа тикшеренеүҙәр үтеү мөмкинлеге булдырыу һәм һәр кемгә сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү.
– Беҙҙә медпункт юҡ, дөрөҫөрәге фельдшер юҡ. Ауырыһаҡ, укол- капельница алырға ла Буранғол амбулаторияһына йөрөйбөҙ. Былтыр “Салауат” компанияһы көсө менән башҡарылған ремонттан һуң шифахана үҙенә тартып тора, яҡты, йылы, бар уңайлыҡтар булдырылған. Бындағы табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла үҙ эшен белеп башҡарған, ярҙамсыл кешеләр. Асҡарға барып йөрөүе бик уңайлы түгел, күбеһенсә ошонда киләбеҙ. Бөгөн килгән “Сәләмәтлек поезы” өсөн ҙур рәхмәт барыһына ла! Ауылыбыҙҙан биш кеше килдек, күп табиптарға күрендек, үҙем Нурия Сәғәҙәтовнала, яңы килгән терапевта булдым, – ти Мәйгәште ауылынан Зарифа Мусина.
Гөлдәр Шәрипова, терапевт:
– Программа төпкөлдә, йәғни район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауылдар халҡы өсөн бик уңайлы. Бөгөн килгән халыҡтың күбеһе ҡан баҫымы күтәрелеүенә, йөрәк эшмәкәрлегенә зарлана.
– Кардиологҡа күренергә килдем. Ҡараны, рәхмәт! Дарыуҙар яҙып бирҙе. Табиптарҙың урынға килеп ҡарауы беҙҙең өсөн бик уңайлы. Дауаханабыҙ ҙа яңырҙы, бөтә шарттар бар, дауалау ҙа яҡшы. Ҡәнәғәтбеҙ, шөкөр”, - тип сикһеҙ рәхмәттәрен еткерҙе Тәнзилә Вәлиева ла.
“Сәләмәтлек поезы” үҙ эшен дауам итә, киләсәктә әллә күпме кешегә ярҙам итер, ә беҙгә, ауыл халҡына, өйөбөҙгә килгән ярҙамдан файҙаланып, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртаһы ғына ҡала.
Гөлнара Нурғәлиева.