Һаулыҡ һаҡлау
2 Июля , 12:00

"Сәләмәтлек поездары" үҙ эшен дауам итә

Республикала "Һаулыҡ" проекты милли проекты сиктәрендә булдырылған «Сәләмәтлек поездары» акцияһы уңышлы тормошҡа ашырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Сәләмәтлек поездары" үҙ эшен дауам итә"Сәләмәтлек поездары" үҙ эшен дауам итә
"Сәләмәтлек поездары" үҙ эшен дауам итә

Алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр медицина тикшереүе үтһен һәм тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алһын өсөн Башҡортостан буйлап “Сәләмәтлек поездары” үҙ эшен дауам итә.

Был аҙнала медиктарҙың мобиль бригадалары республикабыҙҙың алты районы ауылдарында халыҡты ҡабул итәсәк.  

Шулай итеп, 29 июндән 3 июлгә тиклем «Сәләмәтлек поездары» Иглин, Мәсетле, Ишембай, Йәрмәкәй, Борай һәм Баймаҡ райондарында буласаҡ.

Май-июнь айында “Сәләмәтлек поезы” Әбйәлил районының Красная Башкирия һәм Байым, Амангилде, Буранғол ауылдарында халыҡты ҡабул итте, шулай уҡ республика кардиоүҙәгенең кардиомодуле эшләне, Байымда иһә стоматология кабинеты халыҡты ҡабул итте.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас