

Яңы аппараттар медиктарға мембраналы плазмаферез ысулын ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ул ҡанды патологик компоненттарҙан яҡшыраҡ һәм һайлап таҙартыуҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта файҙалы компоненттар һаҡлана. Процедура плазманы алмаштырыуҙы талап итмәй һәм пациенттың аллергик реакциялар хәүефен кәметә. Ҡорамалдар үҙәктең ике корпусындағы анестезиология һәм реанимация бүлектәрендә ҡуйылған.
«Ғаилә» милли проекты (национальный проект «Семья») ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуғанда өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла.
14 – 22 йәш арауығындағыларға музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән «Пушкин картаһы» программаһы ғәмәлдә.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Республика клиник перинаталь үҙәге сайтынан.