

Миңә бөйөр эшмәкәрлегенән яфаланғандар мөрәжәғәт иткәндән һуң, гемодиализ мәсьәләһе Премьер-министр Андрей Геннадьевичҡа еткерелде, сөнки районда 15 кеше аҙнаһына өс тапҡыр Белоретҡа процедураларға йөрөп, яфа сигә”, -тип яҙҙы был мәсьәлә буйынса район башлығы Айрат Әминев.
Айрат Зиннәт улы ошо көндәрҙә “Нефролайн” диализ үҙәктәренең селтәре вәкилдәре менән осрашты.
“Премьер-министрыбыҙ Андрей Геннадьевич ҡушыуы буйынса беҙ ҙур һәм кәрәкле эш башлайбыҙ — Асҡарҙа гемодиализ үҙәген асабыҙ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты социаль селтәрҙәрҙә Айрат Әминев. -Был беҙҙең өсөн нимә аңлата? Был хроник бөйөр етешмәүсәнлегенә дусар булған кешеләргә аҙнаһына бер нисә тапҡыр күрше ҡалаларға тиҫтәләрсә һәм йөҙҙәрсә километр алыҫлыҡта йөрөргә, көс һәм ваҡыт сарыф итергә тура килмәй тигәнде аңлата. Бөтә кәрәкле ярҙам өйҙә буласаҡ.
“Нефролайн”-Рәсәйҙең 28 төбәгендә, шулай уҡ Ҡаҙағстанда һәм Ҡырғыҙстанда эшләү тәжрибәһе булған етди федераль селтәр. Улар хәҙерге япон ҡорамалдарында эшләй, тимәк, был ышаныслы партнер.
Район башлығы белдереүенсә, элекке балалар поликлиникаһы бинаһында ремонт башлана. План буйынса беҙ үҙәктең ишектәрен 1 февралгә асыу планлаштырыла.
Әбйәлилдәр сәләмәтлеге мәнфәғәтендә башҡарылған был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итәсәк.