Һаулыҡ һаҡлау
23 Сентябрь , 13:50

Өфөлә оҙон ғүмерлелек медицина үҙәге асылды

Өфө ҡалаһының 13-сө ҡала клиник дауаханаһында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (нацпроект “«Продолжительная и активная жизнь»)  ярашлы, Оҙон ғүмерлелек медицина үҙәге асылды.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөлә оҙон ғүмерлелек медицина үҙәге асылдыӨфөлә оҙон ғүмерлелек медицина үҙәге асылды
Өфөлә оҙон ғүмерлелек медицина үҙәге асылды

 Яңы подразделение әле эшләп килгән Сәләмәтлек үҙәге составына инде. Хәҙер профилактика мөмкинлектәре киңәйә төшәсәк. Пациенттарҙың биологик йәше тәрәнерәк баһаланасаҡ, сирҙәргә килтереүсе  үҙгәрештәр асыҡланасаҡ, әүҙем ғүмерҙе һаҡлау өсөн шәхси программалар төҙөләсәк.

“Беҙ һәр ваҡыт профилактика менән шөғөлләнәбеҙ, ә Үҙәк асылыу менән яңы кимәлгә сығасаҡбыҙ. Төп ҡорал – киңәйтелгән анкета тултырыу. Һәр анкета кешенең ысынбарлыҡтағы ихтыяжын күрһәтә, хәүефтәрҙе иртәрәк күрергә мөмкинлек бирә”, – ти Сәләмәтлек үҙәге мөдире Әлфиә Ишбулатова.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

 

ФОТО:“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас