Һаулыҡ һаҡлау
9 Октября , 06:26

Дауаханаға бүләккә — оргтехника

Халҡыбыҙҙың аҫыл әйтеме бар «Изгелек ҡыл да һыуға һал — балыҡ белер, балыҡ белмәһә Халиҡ белер». Халиҡ, тимәк, Хоҙай белер.

Добавить в предпочтительные источники Google

Шуныһы ҡыуаныслы: был хәҡиҡәтте үҙҙәренең йәшәү өлгөһө итеп, күңел йылыһын бар ғәләмгә өләшеп, игелек сәсеп, яҡшылыҡ урып йәшәгән кешеләр беҙҙең арабыҙҙа аҙ түгел. Шундайҙарҙың береһе — ауылдашыбыҙ, заманында үҙен оҫта ойоштороусы , кешеләр менән һәр ваҡыт уртаҡ фекер, уртаҡ һүҙ таба белгән етәксе итеп танытҡан хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Иштимер Солтан улы Ғүмәров. 

Нәҡ Иштимер Солтан улының мөрәжәғәтен ихлас ҡабул иткән Т. Т. Бәхтегәрәйев етәкселегендәге «Салауат» компанияһы Амангилде табип амбулаторияһына бүләк яһап ҡыуандырҙы. Медицина хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә бик кәрәкле ноутбук һәм принтер алып килеп тапшырҙы «Салауат» етәкселеге.

— Беҙҙең компанияға ауылдашығыҙ, хеҙмәт ветераны Иштимер Ғүмәров дауаханаға оргтехника менән ярҙам итеүебеҙҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ихлас күңелдән бүләк итәбеҙ, заманса техника эшегеҙҙе еңеләйтһен, — тине Таһир Тимербай улы.

— Бик кәрәкле оргтехника менән ярҙам иткән «Салауат» компанияһы етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Ноутбук һәм принтер документтар менән эшебеҙҙе тиҙләтәсәк, — тине Зөһрә Аҡманова.

Предприятиеның эштәре гел уң барһын. Сарала ҡатнашҡан район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров, Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Ринат Сафиуллин да «Салауат» компанияһы етәкселегенә, шәхсән Таһир Тимербай улына рәхмәт белдереп, халыҡ мәнфәғәтендәге изге эштәрендә оло рәхмәттәрен еткерҙеләр. Зөһрә Булат ҡыҙы етәкселегендәге дауахана коллективы хәстәрлекле Иштимер Солтан улына ла рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.

Венера Мансурова.

Читайте нас