Һаулыҡ һаҡлау
16 Октября , 02:40

Перинаталь үҙәк йәш белгестәр менән тулыланды

Өфөләге Республика клиника перинаталь үҙәккә эшкә ҡырҡҡа яҡын йәш белгес килде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Перинаталь үҙәк йәш белгестәр менән тулыландыПеринаталь үҙәк йәш белгестәр менән тулыланды
Перинаталь үҙәк йәш белгестәр менән тулыланды

-Һеҙ беҙгә ҙур команда булып килдегеҙ. Һеҙ буласаҡ профессионалдар ғына түгел,  ә ябай булмаған  һөнәрҙе һәм юлды һайлаған белгестәр ҙә”, – тип тәбрикләне яңы эш башлаған йәштәрҙе үҙәктең баш табибы Лиана Савина  һәм йәштәргә һаулыҡ, именлек  теләне.

Был матур көндә үҙәктең алдынғы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Почет грамоталары, миҙалдар тапшырылды. Байрамдың ҙур өлөшө йәш белгестәрҙе тәбрикләүгә арналды. Сәхнәгә  ҡырҡҡа яҡын акушер-гинекологтар, анестезиолог-реаниматологтар, неонатологтар, акушер һәм шәфҡәт туташтары күтәрелде. “Үҙегеҙгә ышанығыҙ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, уҡығыҙ!” – тине остаздары уларға.

Йәш белгестәр командаһына  уңыштар, ҡыйыулыҡ һәм яңы артылыштар теләйбеҙ!

Йәш белгестәрҙең эш башглауы, уларҙы тейешле шарттар булдырыу “Кадрҙар” милли проекты (нацпроект”Кадры”) үтәлешенә булышлыҡ итә.

Фото:Республика клиник перинаталь үҙәге сайтынан

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас