Байрамдар
22 Марта 2024, 10:17

Ҡышты оҙаттыҡ

Оҙайлы ҡыш тамамланып, яҙ миҙгеле башланыуҙы һәр милләт үҙ йолалары менән ҡаршылай. Төрки телле халыҡтарҙың ”Науруз”ы ла, урыҫтарҙың ”Масленица”һы кеүек байрамдар ҙа башлыса көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытында билдәләнә. Масленица – славян халыҡтарының борондан билдәләнгән байрамы. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы район үҙәгенең “Миләш” балалар баҡсаһында ла киң ҡолас менән күңелле үтте.
Байрам, әлбиттә, күңелле йырҙар, бейеүҙәр, уйындар, таҡмаҡтар менән оҙатылды. Әсәйҙәр ярҙамында  урынлаштырылған өҫтәлдәргә төрлө-төрлө ризыҡтар ҡуйылған – ҡарап туйғыһыҙ!  
Уңған хужабикәләр ҡоймаҡтарҙың ниндәй генә төрөн бешермәгән – селтәрлеһен, йоҡаһын, ҡалынын, ғәҙәтиһен һәм ҡамырын төрлө төҫтәргә буяп ҡойолғанын, эсенә ҡайнатма, джем, эремсек төрөлгәнен. Ҡоймаҡтан тау ҙа өйгәндәр, сибәркәй Барби ҡурсағы өсөн итәк тә “теккәндәр”, төрөп танк яһағандар, майлы түңәрәктәр көлөп торған ҡояшҡа ла әүерелгән, күбәләктәр булып та талпына – ҡыҫҡаһы, фантазияның сиктәре юҡ! Бынан тыш өҫтәлдәрҙе бәлештәр, бауырһаҡ, рулет, башҡа тәмлекәстәр, хуш еҫле үлән сәйҙәре биҙәне. 
Был юҡҡа ғына түгел, сөнки төркөмдәр араһында “Һыйлы өҫтәл” конкурсы иғлан ителгән ине. Конкурста ҡатнашыусыларҙың әҙерлеген жюри баһаланы. Жюриға еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булманы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Аҡ сәскә” һәм “Сулпылар” төркөмдәре еңеүсе булды. 
Байрамға килеүселәрҙең барыһы ла рәхәтләнеп күңел асты, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итте.
Ҡыш менән хушлашыу сараһы ҡарһылыуҙы яндырыу менән тамамланды. Байрамдан һәр кем күтәренке кәйеф менән таралышты. 
Ҡыш үҙ хоҡуҡтарын тиҙерәк яҙға тапшырһын һәм яҙ  йылы нурҙарын кешеләргә бүләк итһен.

Әлиә ЫРЫҪБАЕВА,
тәрбиәсе.

Читайте нас